Баймаҡ районында зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу эштәре әүҙем бара

Башҡортостан тораҡ пункттарын газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһына ярашлы Баймаҡ районының Темәс- Муллаҡай, Урғаҙа-Яңғаҙы, Аҡморон-Ишбирҙе ауылдарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу эштәре әүҙем бара. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ишбирҙеләр ауылға тәбиғи газдың үтеүен оҙаҡ йылдар көттө.186 йорттан торған ауылдың 94‐е газ үткәреү өсөн ғариза яҙған. Бөгөн улар йорттарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу өсөн төҙөкләндереү эштәре менән мәшғүл.

Ауылдың урамдарына әле газ торбалары һалына. Төҙөлөш эштәрен «Баланс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 8 кешенән торған бригадаһы, 6 берәмек ҡеүәтле техника башҡара. Ерҙең ташлы булыуы ҡатмарлыҡтар тыуҙырһа ла, ойошма эште ырамлы алып бара.

Ишбирҙегә зәңгәр яғыулыҡ ағымдағы йылдың өсөнсө кварталына биреү күҙаллана. Газ - ҡулланыуҙа уңайлы. Әммә белгестәр ауыл халҡына алдағы ике йыл мейестәрҙе боҙмаҫҡа кәңәш итә, сөнки ҡышҡы осорҙа яңы һуҙылған торбаларҙа конденсат йыйылып, уның туңыу осраҡтары ла күҙәтелеүе мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ