«Заман ауазы» тип аталған ижади бәйгелә Башҡортостандың яҙыусылар Союзы ағзалары ғына ҡатнаша ала. Бүләк фонды 1 миллион 200 мең һум. Проект Башҡортостан башлығы Грантына тормошҡа ашырыла. Эштәр рус, башҡорт, татар телдәрендә ҡабул ителә.
Әҫәрҙәр дүрт номинация буйынса билдәләнә. Жюри һәр номинацияла өсәр еңеүсене һайлай, уларға китап нәшер итеү мөмкинлеге, бүләк сертификаттары тапшырыла. Әҫәрҙәр ағымдағы йылдың 30 декабренә тиклем ҡабул ителә. Эштәрҙе ойоштороусыларҙың электрон почтаһына: soyuz.pisatelei@mail.ru ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-471-41-76



