Радий Хәбиров Стәрлебаш районында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Радий Хәбиров эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла һәләк булған Стәрлебаш районы яугирҙары- Руслан Абдуллин, Альберт Батыршин, Салауат Миңнебаев, Фаил Миңлебаев һәм Илнур Йәрмөхәмәтовтың ғаиләләре менән осрашты. Уларҙың барыһы ла Владимир Путин указы менән үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән билдәләнгән.

Радий Хәбиров Башҡортостан үҙ батырҙарын бер ҡасан да онотмаясағын белдерҙе. Тәү сиратта уларҙың ғаиләләрен, балаларына ярҙам күрһәтеләсәк. Ата-әсәләренә республиканың медицина учреждениеларында сәләмәтлектәрен нығытыу тәҡдим ителде. Районда яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында таҡтаташтар, улар уҡыған мәктәптә «герой партаһы» асыу ҡаралған. Радий Хәбиров күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә- ҡатындарына Шайморатов орденын тапшырҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ