Ҡеүәтле машиналар «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарына файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән ойошторолған гуманитар ярҙам ир-егеттәрҙең хеҙмәтен еңелләштереп хәрби бурысын үтәргә булышлыҡ итәсәк.
Транспорт саралырынан тыш гуманитар ылау менән яуигарҙарға шәхси посылкалар, дарыуҙар, гигиена һәм көнкүреш әйберҙәре оҙатылды. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ылау һалдаттарҙың теләген иҫәпкә алып тупланды.







