Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальон ойоштороласаҡ

Был турала Башҡортостан башлығының Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Салауат Юлаев исемендәге батальон сафында Ватанды һаҡларға теләп күп ир-егеттәр мөрәжәғәт итә. Шуға ла тағы ла бер батальон ойоштороу ихтыяжы тыуған.

Яңы батальонға физик сәләмәтлеге яҡшы, 55 йәшкә тиклемге ир-аттар ҡабул ителә. Хәрби хеҙмәткә кандидаттар Дан бульвары, 6 адресы буйынса ҡабул ителә. Салауат Юлаев исемендәге батальон Рәсәй милли гвардияһы ҡарамағында ойошторола һәм хәрбиҙәргә дәүләт тарафынан ҡаралған бөтә социаль льготалар гарантиялана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ