«Ленинградты обороналау» миҙалы менән бүләкләнгән ил граждандарына бер тапҡыр 50 мең һум түләнә

«Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» тигән билдә алғандарға ла ошондай уҡ сумма ҡарала. Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Ленинградты фашист илбаҫарҙарынан тулыһынса азат итеүҙең 80 йыллығы уңайынан тейешле указ әҙерләгән. Пособие быйыл декабрҙә түләнә башларға тейеш. Рәсәйҙән тыш, ошо миҙалға эйә булған Латвия, Литва, Эстония, Абхазия, Көньяҡ Осетия кешеләре лә аҡса ала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ