Сарала 50 ашыу студент һәм эшҡыуар ҡатнашты. Пилотһыҙ авиация үҫеше һәм был өлкәләге проекттарҙы яҡлау өлкәһендә эксперттар кәңәштәр бирҙе. Күмертау авиация етештереү предприятеһының идара итеү директоры осрашыуға эксперт булараҡ саҡырылған. Ул политһыҙ авиация үҫеше, йүнәлештәре, проекттарҙы яҡлау саралары хаҡында һөйләне. Сара питч-сессия, йәғни буласаҡ инвесторҙарға ҡыҫҡаса проект презентацияһы менән тамамланды, уның сиктәрендә авторҙар үҙ проекттарын яҡланы һәм саҡырылған белгестәрҙән консультация алды.






