Апрелдән алып үҙ ирке менән ирекле батальонға ҡушылыусылар разведка, оборона һәм һөжүм ойоштороу ҡағиҙәләрен үҙләштерҙе. Хәрби әҙерлек уңышлы үтте тип билдәләй яугирҙәр. Улар ошо осорҙа ҡорал менә эш итергә, ҡул көрәшенә, әсирлеккә алыу техниһына өйрәнгән.
Полк составына 3 мотоуҡсылар батальоны, штурм отряды, 2 артиллерия батареяһы, снайперҙар һәм разведка ротаһы - барлығы 12 подразделение тупланған. Полк базаһында пилотһыҙ осоу ҡоролмалары менән эшләү буйынса «Айғыр» махсус отряды ла ойошторолған. Радий Хәбиров шулай уҡ бөгөн республикала тағы ике яңы подразделениеға хәрбиҙәр йыйылыуы хаҡында хәбәр итте.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙәре республика башлығы ҡулынан дәүләт наградаларын алды. Хәрби әҙерлекте уңышлы үтеүселәр, уҡыуҙарға тиклем яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәргә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды. Шулай уҡ тыуған көнөн әҙерлек яланында ҡаршылаусларға Радий Хәбиров иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Башҡортостан етәксеһе республика хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә хәстәрлек күрһәткәсәк тип билдәләне.
Бүләкләү тантанаһынан һуң хәрбиҙәр концерт программаһын ҡараны, уларға Салауат дәүләт драма театры артистары тыуған яҡтан сәләм еткерҙе. Ошо уҡ көндә хәрби часҡа Башҡортостандан гуманитар ылау килде. Туймазы районы халҡы үҙ батырҙарына улар һораған техника, көндәлек кәрәк яраҡтары алып килгән
Казармала һуңғы әҙерлектәр бара, яугирҙәр шәхси әйберҙәрен, хәрби экипировкаһын барлай. Тиҙҙән яугирҙәр алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Борай ҡушаматлы хәрби үҙе менән районының байрағын ҡәҙерләп йөрөтә. Свояк ҡушаматлы яугир иһә улы артынан ирекле батальонға ҡушылған.
Ирекле полкка республиканың барлыҡ район-ҡалаларынан яугирҙар ингән, Шулай уҡ илдең башҡа төбәктәренән дә полка ҡушылырға теләүселәр йыйылған.
Һамар өлкәһендә өс ай дауам иткән әҙерлек тамамланды. Ошо осорҙа яугирҙәр разведка, оборона, һөжүм итеү техникаһын үҙләштерҙе. Хәрбиҙәргә көнөн дә, төнөн дә яу яланына яҡынайтылған шарттарҙа эшләргә тура килгән. Бер нисә көндән ирекле полк махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ.
Лилиә Мәҡсүтова



