Башҡортостан Башлығының Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужиндың башланғысын Радий Хәбиров та хупланы. Бөгөн республика етәкселеге башҡорт батальонының ғәмәлдәге яугирҙары менән осрашып яңы подразделение туплау нескәлектәре тураһында фекер алышты. Артур Йомағужин әйтеүенсә, Салауат Юлаев исемендәге батальон сафында Ватанды һаҡларға теләп күп ир-егеттәр мөрәжәғәт итә. Шуға ла тағы ла бер батальон ойоштороу ихтыяжы тыуған.
Салауат Юлаев исемендәге батальон Рәсәй милли гвардияһы ҡарамағында ойошторола һәм хәрбиҙәргә дәүләт тарафынан ҡаралған бөтә социаль льготалар гарантиялана. Радий Хәбиров яңы хәрби подразделениеға һәр яҡлап та ярҙам күрһәтәсәктәрен белдерҙе.






