Һыу кимәле Павловка һыуһаҡлағысында рекордлы кимәлдә аҙайған

Һуңғы 136 йыл эсендә тәүгә. Һыу кимәле Павловка һыуһаҡлағысында рекордлы кимәлдә аҙайған. Электр энергияһы эшләп сығарыусы станцияға һәм республика ҡалаларына эсәр һыу етәсәкме. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡыҙыҡһынды.

Элек йәй теплоходтар килә торған урында ҡомлоҡ. Павловка һыуһаҡлағысы күҙгә күренеп һайыҡҡан. Гидроэлектростанцияла уның кимәле көн һайын тикшерелә.

Һыуһаҡлағыстың һыуы элек ғәҙәттә октябрь айҙарында ошондай күләмдә булған. Объектта бындай хәлдең уҙған быуаттың 70-се йылдарынан һәм 2010 йылдан бирле булғаны юҡ ине ти, утыҙ йылға яҡын һыуһаҡлағыста эшләүсе Радик Винер улы. Ә һәр тамсы һыу алтынға бәрәбәр, сөнки уның ярҙамында электр эшләп сығарыла.

Һуңғы өс йылдағы һауа торошо, быйыл аҙ һыулы яҙ, йәйге ҡоролоҡ, ти ойошма хеҙмәткәрҙәре. Һөҙөмтәлә электр энергияһы етештереү 2023 йылдың алты айында уҙған йыл менән сағыштырғанда 40 процентҡа кәмегән. Һыу ярҙамында бында 166,4 мега ватт электр энергияһы эшләп сығарыла. Әле дүрт турбинаның береһе генә сафта. Секунд һайын объектҡа 100 кубометр һыу килә, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙы туйындырыу өсөн иһә 140 кубометр ағыҙырға тура килә. Һыу ағыҙыу нормаһы Кама һыу бассейны идаралығы тарафынан көйләнә.

Гидроэнергетиктар фекеренсә, Павловка һыуһаҡлағысының әлеге кимәле Өфө һәм Ағиҙел йылғаларын файҙаланған бөтә предприятиеларҙы тейешле күләмдә һыу менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Көҙгө ямғырҙар хәлде яҡшыртырға тейеш, тип өмөтләнә белгестәр. Әммә һыуһаҡлағысты 2024 йылдың яҙғы ташҡын осоронда ғына тулыһынса тултырырға мөмкин.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ