Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылы мәктәбендә ремонт эштәре тамамланыу алдында

Уҡыу йылына әҙерлек. Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылы мәктәбендә ремонт эштәре тамамланыу алдында. Федераль программа буйынса урындағы уҡыу йорто тулыһынса яңыртылған. Мәктәп бинаһынының төп өлөшөн ремонтлауҙан тыш бында информатика кабинетына яңы компьютерҙар урынлаштырыла, «Үҫеш нөктәһе» классы асыла һәм тарихи- мәҙәни, патриотик саралар ойоштороу өсөн зал төҙөлә. Барлығы республикала яңы уҡыу йылына 77 мәктәптә капиталь ремонт яһала. Тулыраҡ мәлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Төҙөүселәр мәктәп ремонтының төп эштәрен тамамлап ихатаны тәртипкә килтереүгә күскән. Ефремкин ауылындағы мәктәптә капиталь ремонт февралдә башланып килешеү ваҡыты буйынса тамамланған.Әле класстарҙы биҙәп, кабинеттарҙы йыуып, таҙартыу эштәре генә ҡалған.

Мәктәптәрҙе төҙөкләндереү федераль программаһы буйынса белем усағын яңыртыу өсөн 28 млн һум аҡса бүленгән . Ике ҡатлы бинала ашхана , спорт залы төҙөкләндерелгән һәм кабинеттар интерактив таҡталар менән йыһазландырылған. 191 балаға иҫәпләнгән учреждениела күрше ауылдарҙан да балалар белем ала. Башҡорт , татар , сыуаш милләтле малай -ҡыҙҙар 1 сентябргә яңыртылған мәктәптә уҡый башлаясаҡ.

Мәктәптәрҙе модернизациялау федераль проекты буйынса Башҡортостанда 77 учреждениела ремонт алып барыла . Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөтә объекттар ҙа ҙа 1 сентябргә тиклем әҙер булырға тейеш тип төҙөкләндереүҙе август аҙағына тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы .

Мәктәптәрҙә капиталь ремонт үткәреү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урында иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта 2024-2026 йылдарға ғариза биреү кампанияһы тамамланған. Федераль проект буйынса алдағы ике йылда төҙөкләндереләсәк мәктәптәр исемлеге раҫланған. Уға ярашлы республиканан тағы ла 25 мәктәптә капиталь ремонт үткәреү күҙаллана.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ