Мәҙәни мираҫҡа ихтирам менән. Баҡалы районының Буғабаш ауылында 6-сы Төбәк-ара Троицк фестивале үтте. Сарала төрлө милләт вәкилдәре үҙ йолалары, фольклоры менән таныштырҙы, йырҙар бәйгеһендә көс һынашты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Бында рус гармунын, сыуаш таҡмаҡтарын, татар йырҙарын ишетергә, мари бейеүҙәрен күрергә, башҡорт аш-һыуын тәмләп ҡарарға ла мөмкин. Төбәк-ара Троицк фествиале - төрлө конфессия һәм милләт вәкилдәренең дуҫлыҡ һәм берҙәмлек сағылышы. 2013 йылдан алып үткәрелгән байрам Баҡалы районы бренды булыуға дәғүә итә.
Фестиваль уҙғарыу өсөн был урын юҡҡа ғына һайланмаған. Йыл һайын Ҡатын-ҡыҙҙар монастыры биләмәһендә мөғжизәле икона хәрмәтенә ғибәҙәт ҡылына.
Төбәк ара-фестивалдә үҙ мәҙәниәтен күрһәтергә тип 700 саҡрым юл үтеүселәр ҙә бар. Силәбе өлкәһе Нуғайбәк ауылының фольклор коллективы йыр-моң бәйгеһенә ихлас ҡушылды. Халыҡтарҙы бер ғаиләгә туплап, мәлләт-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән байрамда нуғайбәктәр боронғо йырҙарҙын тәҡдим итте.
Башҡортостандың күп милләтле халҡы көнкүреш үҙенсәлектәрен күргәҙмәгә сығарҙы. Күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре, боронғо экспонаттар һәм аш-һыу. Тиҫтәләгән милли ихаталар араһында Баҡалы башҡорттары беренсе урынға лайыҡ булды.
Төбәк-ара фестивалде ойоштороусылар һүҙҙәренсә, байрам мотлаҡ рәүештә үҙенең дауамын табасаҡ һәм республиканың мәҙәни киңлегендә ныҡлы урын биләйәсәк.
Әлфинә Килдейәрова



