Республикала тәү тапҡыр Евразия ғилми-мәғариф үҙәге аспиранттарының йәйге мәктәбе үтте

Республикала тәү тапҡыр Евразия ғилми-мәғариф үҙәге аспиранттарының йәйге мәктәбе үтте

Биш көн дауамында йәш ғалимдар «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы майҙансығында үҙ проекттары менән сығыш яһаны. Сарала йәмғеһе 40 аспирант ҡатнашты. Улар өсөн урында лекциялар менән бергә, оҫталыҡ дәрестәре, махсус курстар һәм фәнни бәйгеләр ойошторолдо.

Йәйге мәктәптә буласаҡ фән кандидаттары үҙ ғилми хеҙмәттәре менән дә сығыш яһаны. Яҙылған диссертацияларының төп яңылығын, көнүҙәклеген билдәләне, уның киләсәге тураһында бәйән итте. Сара сиктәрендә һәр аспирантҡа ҡатнашыу тураһындағы сертификат тапшырылды. Ә иң-иңдәр Рәсәйҙең алдынғы университеттарында стажировка үтеү мөмкинлегенә лайыҡ булды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ