Подразделениелар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға йыйына. Апрелдән алып ирекле батальонға ҡушылыусылар разведка, оборона һәм һөжүм ойоштороу ҡағиҙәләрен үҙләштерҙе. Хәрби әҙерлек уңышлы үтте тип билдәләй яугирҙәр. Улар ошо осорҙа ҡорал менә эш итергә, ҡул көрәшенә, әсирлеккә алыу техниһына өйрәнгән.
Полк составында 3 мотоуҡсылар батальоны, штурм отряды, 2 артиллерия батареяһы, снайперҙар һәм разведка ротаһы - барлығы 12 подразделение тупланған. Полк базаһында пилотһыҙ осоу ҡоролмалары менән эшләү буйынса “Айғыр” махсус отрядыойошторолған. Бер нисә көндән ирекле полк махсус хәрби операция биләмәһенә юллана







