Ҙур сара башҡорт тоҡомло аттарҙы ишәйтеү һәм популярлаштырыу, ҡымыҙ бешеү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән. Фестивалдә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Рәсәй һәм сит ил вәкилдәре ҡатнаша. Граф күле буйында республиканың ҡымыҙ етештереүселәре лә була. Шишмә районынан Йосоповтар ғаиләһе 20 йылдан ашыу улар юғары сифатлы ҡымыҙ етештерә, республика конкурстарында район исеменән уңышлы сығыш яһай.
Ике көнлөк программала аттар парады, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар ҡаралған, “Бәйге”, “Ирәндек мәргәне”, “Ауҙарыш”, “Ылаҡ”, “Тай-тулаҡ” һәм башҡа халыҡ уйындары, “Ҡымыҙлы саҡрым” йүгереү ярышы үтә. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт була.







