Радий Хәбиров Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре структураһында икенсе башҡорт батальонын ойоштороу инициаторҙары менән осрашты. Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы, Артур Йомағужин белдереүенсә, Салауат Юлаев исемендәге батальон ойошторолғанда барыһы ла уның составына инә алмай ҡала.“Яңы подразделение булдырыу менән беҙ бөгөн алғы һыҙыҡта торған яугирҙарыбыҙға ярҙам итәсәкбеҙ, —- Салауат Юлаев исемендәге батальон ярты йылдан ашыу махсус хәрби операция зонаһында эшләй, ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй”, ти Артур Йомағужин. Башҡортостан Башлығы хәрби хәрәкәттәр ветерандарының башланғысын хупланы һәм яңы батальонға республиканан ярҙам буласағын белдерҙе. “Беҙҙә Росгвардия составында бер батальон бар, егеттәр лайыҡлы хеҙмәт итә. Салауат Юлаевтың икенсе батальонын ойоштороу тураһындағы башланғысты хуплайбыҙ.”, тине Радий Хәбиров.







