Радий Хәбиров педагогтар форумында сығыш яһаны

“Һеҙҙең уҡыусыларығыҙ алғы һыҙыҡта алыша. Улар ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә үткән мәғариф хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә шулай тип белдерҙе.  Ул ысын патриоттар тәрбиәләгән уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан педагогтарҙы исемләп телгә алды.

Радий Хәбиров педагогтар форумында сығыш яһаны

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам туплаған, маскировка селтәрҙәре үргән, окоп шәмдәре яһаған белем усаҡтарына рәхмәт белдерҙе.  Радий Хәбиров яугирҙәрҙең балаларын 1 сентябрҙә мәктәпкә оҙатып барырға ҡушты. 1-се класҡа барған 593 малай һәм ҡыҙҙың атаһы алғы һыҙыҡта алыша, тине республика етәксеһе.  

Фото №1 - Радий  Хәбиров педагогтар форумында сығыш яһаны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ