Өфөлә иң оҫта кондуктор һәм водитель билдәләнде

«Башавтотранс» предприятиеһы конкурсында республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Водителдәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ. Һөнәренә ғашиҡтар тураһында Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Белемле кондуктор ялған ҡағыҙҙы тиҙ таный. Автобуста махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ғына бушлай йөрөй ала. Автобуста багаж һәм велосипед йөрөтөү ҙә түләүле.

Тәртип көйләү бер бурыс, иң мөһиме - пассажирҙар менән яҡты йөҙ, мөләйем ҡарашта мөғәлләмә итеү. Розалия Байбулова уларҙы һәр саҡ йылмайыу менән ҡаршы ала һәм оҙата. 4 ай ғына эшләһә лә, ихлас ханымды бөтә баймаҡ пассажирҙары ла таный.

Йәмәғәт транспорты менән идара итеү - ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү һәм баранка бороу ғына түгел. Яҡшы водитель һәр саҡ пассажирҙарына ярҙамға килергә әҙер. Бигерәк тә хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикле кешеләргә. Һынау сиктәрендә руль артындағыларға ҡаршылыҡтар менән трасса үтеү бурысы ла тора ине. Баһалаусылар әйтеүенсә, уларҙың оҫталығы йылдан-йыл арта.

Пассажирҙарҙы хәүефһеҙ ташыу - водителдәрҙең тәү сираттағы бурысы. Сабит Ибраһимов быны яҡшы белә. Сибай-Өфө маршрутынан «Форт Транзит»та 5-се йыл елдерә. Дөйөм стажы 36 йыл.

«Башавтотранс» предприятие пассажирҙары йылдан-йыл күбәйә. Шуның менән бергә водителдәр һәм кондукторҙарҙа ихтыяж да арта.

Ойошма етәкселеге күп йыллыҡ хеҙмәт һәм аварияһыҙ йөрөү өсөн водителдәргә матди дәртләндереү бүләсәк. Ярҙам да, һынау ҙа бер маҡсатта булдырылған: хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталығын арттырыу. Сөнки пассажирҙар уңайлығы беренсе урында.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ