Башҡортостанда студенттар һәм өлкән класс уҡыусылары каникулдарҙы эшләп уҙғара

Йәйге ял файҙаға. Башҡортостанда байтаҡ ҡына студент һәм өлкән класс уҡыусылары каникулдарҙы эшләп уҙғара. Был осорҙа улар уҡыу йылына үҙҙәре өсөн күп кенә аҡса ла эшләп өлгөрә. Йәштәр һәм үҫмерҙәрҙең мәшғүллеге тураһында Баймаҡ районынан әҙерләнгән сюжет.

Аҡтау ауылынан Вилдан Ноғоманов - буласаҡ студент. Быйыл ул йәйге ял мәлендә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша «Бикбирҙин» крәҫтиән- фермер хужылығына ваҡытлыса эшкә урынлаша.

Йәйге ялдарҙы файҙалы үткәреү маҡсатында 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙе уҡыуҙан тыш эшкә урынлаштырыу өсөн төрлө ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөлә. Был программа сиктәрендә быйылғы йылдың өс айында 230 ҡыҙ һәм егет эшкә алынған.

Районда программа йыл һайын уңышлы тормошҡа ашырыла. Был ике яҡ өсөн дә уңайлы. Хеҙмәт урындары тәҡдим иткән эшҡыуарҙар, фермерҙарға уҡыусыларға түләнгән аҡса кире ҡайтарыла. Ә үҫмерҙәр үҙ сиратында тәүге эш хаҡын алып ҡыуана.

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ