Инвестиция сәғәтендә сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәттәр өлкәһендәге башланғыстар ҡаралды

Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәттәр өлкәһендәге башланғыстар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеселегендә уҙған инвестиция сәғәтендә яңы проекттар ҡаралды. «Өфөоргсинтез» компанияһы экология һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын таҙартыу мәсьәләһе борсой. Улар элеккке таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу тәҡдимен индерҙе. Проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде һәм һалым ташламалары менән файҙаланасаҡ.

«Өфөдрайв» компанияһы баш ҡаланың Калинин районында «Түбәтәй» тиҙ туҡланыу ресторандары селтәрен асыу проектын индерҙе. Инвестор уны бойомға ашырыу өсөн 100 миллион һум аҡса һалырға һәм 2024 йылда сафҡа индерергә иҫәп тота. 100 эш урыны булдырыу ҡарала. Инвесторға ресторан төҙөлөшө өсөн ҡуртымға ер биреү ҡарала.

Сираттағы инвестор иһә Баймаҡ районында һөт-тауар фермаһын төҙөкләндереүгә 739 миллион һум аҡса йүнәлтә. Уларҙы заманса ҡормамалдар һәм тоҡомло мал алыуға йүнәлтергә иҫәп бар.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ