Был эш өсөн федераль аҡса йәлеп ителә. Беҙҙең республика 8 миллиард 610 миллион һум алған. Ике йылда 140 бина ремонтланған. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Быйыл республикала 77 мәктәп бинаһы капиталь төҙөкләндерелә. Уларҙа 16 мең 600 бала белем ала.








