Башҡорт аты Башҡортостанда ғына үрсетеләсәк

Беҙҙең республика ошондай  патент  алды.  Радий  Хәбиров  социаль селтәрҙә  яҙыуынса , хәҙер "Башҡорт аты" тигән брендты үҙебеҙҙәге  йылҡы үрсетеүселәр генә  файҙалана ала.  Башҡа аттар башҡорт тоҡомло тип  атала алмай. - Патент теркәлеүе генофондты һаҡлап ҡалыу  мөмкинлеге бирә,  тоҡомсолоҡ  эше яҡшыра.  Ат – ул беҙҙең тарихи хәтер. Ошо хәтерҙе һаҡлау, киләһе быуындарға еткереү – беҙҙең бурыс, - тип  яҙа Радий  Хәбиров  социаль селтәрҙә.

Фото №1 - Башҡорт аты  Башҡортостанда  ғына үрсетеләсәк
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ