Радий Хәбиров төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы. - Төҙөлөш тармағы хеҙмәтсәндәре - республикабыҙ ғорурлығы. Һеҙ миллионлаған квадрат метр торлаҡ, сәнәғәт, инженер, социаль объекттар төҙөйһөгөҙ. Ил президенты ҡуйған бурысты лайыҡлы үтәйһегеҙ. 2030 йылға беҙ йыл һайын 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә тейешбеҙ. Фиҙәҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт тине, - Радий Хәбиров. Төҙөүселәр көнө йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. Байрам алдынан Башҡортостанда алдынғы хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде.







