Республиканың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, «ҡош киҙеүе» диагнозы раҫланған. Ауырыған ҡоштар яндырыла башланы. Йоғошло сир сығанағына яҡын урынлашҡан ауылдарҙағы ҡош-ҡортто һаҡлап ҡалыу өсөн профилактик саралар күрелә. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Авдондағы ҡошсолоҡ фабрикаһына юл ябыҡ, карантин. Ойошма биләмәһенә инеп сыҡҡан автомобилдәр дезинфекциялана. Предприятие майҙанында республиканың ветеринар хеҙмәте киҙеүҙән ҡырылған тауыҡтарҙы яндыра.
Фабрикала бөтәһе 2 миллион 600 мең ҡош иҫәпләнә. Улар айырым корпустарҙа тотола. Тауыҡтарҙың киҙеү йоҡторҙандары ғына юҡ ителә.
Был Өфө районындағы Авдон, Жуков, Сергеевка, Упты ауылдары һәм Гарнизон, Дубрава, Ял, Ҡояшлы-3, Миләшкәй, Эталон баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ҡағыла. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы эпидемияны иҫкәртеү сараларын күрә башлаған. Халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыла. Фабрикаға яҡын урынлашҡан ауылдарҙа йорт ҡоштарын ябыҡ урында аҫырарға, йылға- күлдәргә төшөрмәҫкә кәңәш ителә. Сөнки киҙеү бөтә төр ҡоштарҙы ла зарарлай. Уны осар ҡоштар татартыуы ихтимал.
Рәфиҙә Рәхимйән ҡыҙы йәй буйы унлап тауыҡ аҫырай. Баҡсала йәшәгәндә магазиндан йомортҡа һатып алғандары юҡ. Авдон фабрикаһы иһә уларҙың баҡсаһынан бер -нисә саҡырым ғына йыраҡлыҡта. Ҙур ойошмала киҙеү таралыуын ишеткәс тә Борхановтар хафаға ҡалған.
Фабрикаға ауырыу нисек килеп эләккәнен тейешле органдар тикшерәсәк. Магазин кәштәләренә Авдон йомортҡалары яҡын арала сығарылмаясаҡ, тип белдерә ведомство, ә һатыуҙағыһын кире алырға тәҡдим ителгән.
Ҡош киҙеүе хәүефле йоғошло сир. Вирусты эләктергән ҡоштарҙың координацияһы боҙола,хәле булмай, муйыны ҡыйшая, кикеректәре шешә һәм ҡарая. Ауырыу ҡоштоң итен йәки йомортҡаһын ашағанда вирус кешегә күсә. Һыу, туҙан, бысраҡ ҡулдар аша ла кеше был киҙеүҙе йоҡтороуы ихтимал.
Аурыуы билдәләре: юғары тән температураһы, баш ауыртыуы, тән һыҙлауы, тамаҡ шешеүе, уҡшытыу. Ярҙам күрһәтелмәгәндә сирленең хәле ауырая. Шуға ла ҡош киҙеүенең тәүге билдәләре күренеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ауырыуҙан һаҡланыу өсөн ҡоштарҙан алыҫыраҡ торорға, билдәһеҙ урында ҡошсолоҡ продукцияһын һатып алмаҫҡа. Ҡош ите һәм йомортҡаны оҙағыраҡ бешереп ашарға. Ҡулдарҙы дезинфекциялау өсөн махсус антисептиктарҙы ҡулланырға кәрәк.
Ҡыҙыу линия телефоны: 8 800 775 58 28
Рәмилә Исмәғилева






