«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты дауам итә

Өфө туристарының сираттаға төркөмө Иглин районының иҫтәлекле урындары менән танышты. Тәүге туҡатылыш - Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Ҡунаҡтар үҙенсәлекле экспонаттар, райондың тарихы һәм күп милләтле мәҙәниәте тураһында күберәк белде.

Күңелле һәм ҡабатланмаҫлыҡ сәйәхәт Иглин районының Балтика ауылында дауам итте. Засима Эннатская ғибәҙәтханаһында халыҡ дауалаусыһының тормошо хаҡында һөйләнеләр. Урындағы мәҙәниәт йортонда белорус халыҡ йыры ансамбле концерт номерҙары менән сығыш яһаны, славян ҡурсағын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Сәйәхәт һуңында Өфө туристары Белорус тарихи-мәҙәни үҙәк экспозициялары менән танышты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ