Республика төбәктәрендә тәүге бал йәрминкәләре үтә

Бөгөн сара шулай уҡ баш ҡаланың Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы майҙанында ойошторолдо. Башҡортостан умартасылар берлегендә ағза булып торған йүнселдәр йылдың беренсе татлы продукцияһын һатыуға сығарҙы. Башлыса майҙанда Белорет, Архангел, Шишмә, Нуриман һәм Кушнаренко райондары вәкилдәре сауҙа итте.

Хаҡтарға килгәндә йүкә һәм ҡара бойҙай балының 4 кило ярымы 3 мең һумға тәҡдим ителһә, сәскә балы ике мең самаһы. Умартсылар быны йылдың үҙгәреүсән тәбиғәт шарттарына бәйләй. Шулай ҙа йәрминкә тураһында ишетеп-белеп килгән ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары кемуҙарҙан сират тороп алды. Йәрминкә иртәгә лә ошо уҡ майҙанда үтәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ