Сарала баш ҡаланың төрлө ойошмаларынан биш тиҫтәнән ашыу команда ҡатнашты. Улар пляж волейболы, мини-футбол, еңел атлетика буйынса тиҫтәләп төр ярыштарҙа һынау тотто. Урында шулай уҡ теләгән һәр кем ГТО нормативтарын да тапшыра алды.
Ойоштороусылар фекеренсә, бындай саралар коллективты берләштереп кенә ҡалмай, ҡатнашыусыларҙың аралашыу даирәһен дә киңәйтә, эштә яңы еңеүҙәр яуларға - төп этәргес тә. Быйылғы корпоратив уйындар Башҡортостандың Спорт министрлығына 100 өйыл тулыуға арналды.



