Ул бөгөн Мәскәү өлкәһендә асылды. Күргәҙмәлә мең ярым компания һәм предприятие продукцияһы менән таныштыра, 28 меңдән ашыу экспонат бар. Шулай уҡ Ҡораллы көстәрҙе үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. Күргәҙмәлә Башҡортостан предприятиелары продукцияһы ла ҡуйылған. Беҙҙең республика делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй.







