"Башҡорт сәйе"н һынландырған объект Чернышевский һәм Мостай Кәрим урамдары киҫешкән урында була. "Рәсәйҙең ҡара алтыны" Мостай Кәрим скверында урынлаша. Ағиҙел яры буйын "Сармат боланы" һәм "Сарматтар хазинаһы - айыу" биҙәйәсәк. Салауат Юлаев баҡсаһында "Ҡулдарҙан йөрәк" һыны ҡуйыла. Арт-объекттар ноябрҙең 30-ына тиклем урынлаштырылырға тейеш.







