«Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестиваленә 20 меңдән ашыу кеше шаһит булған

Уҙған аҙнала «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестиваленә 20 меңдән ашыу кеше шаһит булған. Мәртәбәле сара Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Баймаҡ районы Граф күле буйында икенсегә уҙғарылды.

Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү, йылҡысылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән фестиваль сиктәрендә ат спорты ярыштары, һыбайлылар парады, ҡымыҙ бешеүселәр республика конкурсы уҙғарылды. Шулай уҡ биләмәлә «Оҫталар ҡалаһы» тип исемләнгән халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе эшләне. Унда йөҙҙән ашыу оҫтаның эштәре тәҡдим ителде.

Силәбе өлкәһенән тимерсе Эдуард Тажетдинов Өфөлә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлдең күсермәһен эшләгән. Өс йыл дауамында бәләкәй генә гаражда йыйылған монументаль композицияны ул тап фестиваль майҙансығында халыҡ иғтибарына тәҡдим итергә батырсылыҡ иткән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡорт аты» фестивален даими уҙғарырға, ҡатнашыусылар географияһын арттырырға ҡушты. Ошо маҡсатта биләмәләге инфраструктураны үҫтереү бурысы ҡуйылды. Киләсәктә бында үҙенә күрә производство, мәҙәни, спорт ҡаласығы барлыҡҡа килергә тейеш.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ