Башҡортостан Башлығы Армия-2023 Халыҡ-ара хәрби техника форумында ҡатнашты

Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Мәскәү өлкәһенә барҙы. Башҡортостан Башлығы Армия-2023 Халыҡ-ара хәрби техника форумында ҡатнашты. Күргәҙмә «Патриот» конгресс- күргәҙмә үҙәгендә асылды. Унда Башҡортостандың хәрби-сәнәғәт коплексы предприятиелары ла урын алған. Оборона министрлығының иң ҙур экспозиция майҙанынан БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Хәйер тәүге тапҡыр киң тамашаға сығарылған ҡорал байтаҡ. Башлыса пилотһыҙ осоу аппараттары. Һуңғы осорҙағы хәрби мөнәсәбәттәр тап дрондар заманы етеүен иҫбатланы. Радий Хәбиров оборона предприятиеларының һауа гиҙеүсе һуңғы асыштары менән ҡыҙыҡһынды. Юҡҡа түгел. Башҡортостанда ла Бас 200 пилотһыҙ осоу аппараты йыйыла башланы. Дрондар операторҙары әҙерләү үҙәге лә эшләй. Ғөмүмән, республика илдең оборона ҡеүәтенә ҙур өлөш индерә, тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Армия 2023 форумының пленар һәм тантаналы асыу өлөшөндә лә ҡатнашты. Халыҡ- ара мөнәсәбәттәр көйһөҙләнеүгә ҡарамаҫтан, форумға килеүсе илдәр һаны былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан. Сит илдәрҙән 76 делегация ҡатнаша. Экспозицияға 83 ил үҙенең хәрби техникаһын, технологияларын сығарған. Башҡортостандан ғына 13 оборона-сәнәғәт предприятиеһы ҡатнаша. Радий Хәбиров күргәҙмә өлгөләре менән танышты, хәрбиҙәр менән аралашты. Әйткәндәй, форумға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан яугирҙары ла килгән. Төбәк башлығы яугирҙарҙың яңы техника менән танышыуы яҡшы күренеш тип белдерҙе.

Радий Хәбиров Башҡортостандың Рәсәй геройҙарын да иҫкә алды. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ Игорь Нәсибуллин , Максим Серафимовиың фотоһүрәттәре илдең иң төп хәрби күргәҙмә майҙанының үҙәгенә урынлаштырылған. Һәр килгән кеше яугирҙарыбыҙҙың батырлығы менән таныша ала. Форум иһә бер аҙна дауам итә. Ә 18-20 августа ул киң тамашасыға асыҡ буласаҡ.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ