Зинин ауылы эргәһендәге юл сиселеше тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыла

106 метр оҙонлоҡтағы юл үткәргес Нуғай, Зинин, Аҡбирҙе, Ҡарамалы ауылдары халҡына иркенерәк һуларға мөмкинлек бирәсәк. Әле был тирәлә иртәле кисле ҙур транспорт тығындары күҙәтелә. Шулай ҙа сентябрҙән улар тарихта ҡалыр,- тип ышандыра төҙөүселәр. Өфө эргәһендәге ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ күптән көткән төҙөлөштә эштәр барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова ҡыҙыҡһынды.

Ҡеүәтле техника юл кәртәләре терәүҙәрен асфальтҡа батыра. Хәүефһеҙлек өсөн ҡуйылған конструкция оҙонлоғо 5 саҡрым. Эшселәр төҙөлөш графикка ярашлы бара тип билдәләй, урында һуңғы әҙерлек эштәре бара - ямғыр канализацияһын һуҙылған, юл ҡатламы асфальт түшәү өсөн әҙерләнә.

Юл үткәргес «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Дүрт һыҙатлы күперҙе күтәреү өсөн 598 мең кубометр ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы кәрәк булған. Төҙөлөштө тиҙ арала тамамлауҙы Рәсәй тимер юлдары менән поездар хәрәкәтен көйләү кәрәклеге бер аҙ тотҡарлаған.

Эштең төп ҡатмарлығы балкаларҙы монтажлау осорона Рәсәй тимер юлдары менән килешеп, поездар хәрәкәтен 2-3 сәғәткә туҡтатырға тура килде.Был хәүефһеҙлек маҡсатында эШләнә, шуға күрә эште тамамлау ваҡыты бер аҙ күсерелде

Евгений Кулешов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юлдар һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөлөш-ремонт идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Бер нисә көндән урында асфальт һалына башлай. Уны ике ҡат түшәү ҡаралған. Юл үткәргесте файҙаланыу ваҡыты 50 йыл.

Яңы ҡоролмала хәрәкәт асылғандан һуң ғәмәлдәге тимер юл аша үткәүел һүтеләсәк.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ