Хупаланған башланғыстар. Өфөнөң Дим районы яңырыу кисерә. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә тиҫтәләгән объектта эштәр башҡарыла. Халыҡ башланғыстарына ҡоролған проекттар үтәлеше менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова танышты.
Дим биҫтәһенең Грозненская урамындағы күп фатирлы йорт ихатаһы алдында эш ҡайнай. Ауыш һалынған асфальт-бетон ҡатламы аҡтарыла.
Был үҙгәрештәрҙе йортта йәшәүселәргә йыл дауамында көтөргө тура килгән.Яҙлы -көҙлө подъездарҙы һыу баҫҡан.Тубыҡтан күләүек кисеп йөрөгән кешеләр урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға ҡарар иткән.
Дөйөм йыйылышта халыҡ ихата алдын тигеҙләтергә, парковка урындарын булдырырға, асфальт түшәргә тигән ҡарар сығарған.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса быйыл Өфөнөң Дим районында Тиҫтәләгән проект тормошҡа ашырыла. Әлегә ун проекттың береһе «Росток» фән, инновациялар һәм ижад йорто алдындағы участкала ремонт эштәре тамамланған. Был маҡсатта республика бюджетынан 839 мең, халыҡтан 126 мең һум аҡса йыйылған.
«Орион» балалар ижады үҙәге филиалында ла урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә капиталь ремонт башҡарыла. Стеналар алына, яңы бүлмәләр бүленә, электр сымдары, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырыла. Өҫтәмә белем биреү учреждениеһы яңы уҡыу йылына 200 баланы ҡабул итәсәк.
Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы йылдам тормошҡа ашырыла. Был маҡсатта һәр проектҡа республиканан миллион 200 мең һум аҡса бүленә.
Былтыр урындағы башланғыстарҙы хуплау проекты сиктәрендә «Орион» ижад йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Халыҡ тәҡдимен иҫәпкә алып эшләүсе программа Өфөнөң Дим районында уңышлы үтәлә һәм йыл аҙағына 10 проект тормошҡа ашырыласаҡ тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова






