«Ҡурсаулыҡ балы». Мәләүез районында бал байрамы уҙҙы. Фестивалдә умартасылар һәм татлы ризыҡты яратыусылар Нөгөш һыуһаҡлағысы буйында осрашты. Йүкә, сәскә, ҡарабойҙай - һәр кем теләгән бал менән һыйланды. Байрамда солоҡсолоҡ һәм умартсылыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Кәсеп нескәлектәренә БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ла төшөндө.
Солоҡ юныу - ҡатмарлы эш. Оҫта ҡоро ҡарағай файҙалана. Неҙәкәйбилдәр өсөн торлаҡ тәрәнлеге яҡынса 25 сантиметр, оҙонлоғо 90 сантиметрҙан ашыу булыуы ихтимал. Солоҡ ҙурлығынын Хәлил Хәкимов инде күҙгә баһаларға өйрәнгән. Ни тиһәң дә, һөнәренә оҙаҡ йылдар тоғро, кәсептең бар нескәлектәрен белә. Ҡорттар йортон юныу ҡоралдары ла ябай түгел.
Ә бына умартасының төп ҡоралдарының береһе - ул төтәткес. Уны тоҡандырыр өсөн, ҡортсолар йышыраҡ тал сереген файҙалана. Ул нәҙекәйбилдәрҙең ҡанаттарын яндырмай. Солоҡсолар татлы уңышты көҙгөһөн генә ҡарай алһа, умартасылар әле үк борсола. Тәүге уңыш мул түгел.
Бал ҡорттарын үрсетеү үҙенсәлектәрен оҫталыҡ дәрестәрендә күрһәттеләр. Күптәр ҡорт йорттарын эшләү ҡоралдарын ғына түгел, бал айырыу ҡоролмаһын да тәүгә күрә ине.
Бал мең төрлө сирҙән дауа, тиҙәр. Әммә сифатлы булһа ғына. Татлы ризыҡтың өлгөрлөгөн байрамда ҡатнашыусылар үҙҙәре тикшереп алды. Ошо ҡоролма ярҙамында балдың дымлылығын бер нисә секундта билдәләргә була.
Йүкә, сәскә, ҡарабойҙай - байрамда татлы ризыҡтың төрлөһөн һайлап алырға була ине.
Сара умартасылар көнө уңайынан ойошторолдо. Бал байрамы күңел асыу сараһы ғына түгел, баҙар майҙаны ла. Тик халыҡ кәсебе менән шөғөлләнеүселәр өсөн был килем сығанағы ғына түгел, ә яратҡан шөғөлө лә.
Рәзилә Ғиниәтуллина






