Экспозициялар булдырыуға 37 миллион һум аҡса бүленгән. Проект буйынса Свердлов урамындағы бинаның дүрт залы ла Шаляпин осоро - 19 быуатҡа стилләштереп эшләнә. Унда бөйөк рус опера йырсыһының Өфөләге тәүге дебютынан алып донъя сәхнәһен яулағанға тиклем үҫеш юлы күрһәтелә. Буласаҡ музейҙың концепцияһы, ҡайҙа урынлашыуы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Граммофон пластинкаһында бөйөк рус опера йырсыһы башҡарыуындағы йыр. Был тарихи экспонаттарҙы Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе рәйесе Елена Замрий ҡәҙерләп һаҡлай. Фондта Федор Ивановичтың шәхси әйберҙәре, афишалары, автографы ҡуйылған открыткалар ҙа бар. 1900 йылдың 2 декабрендә артист ҡатнашлығында уҙғарылған концертҡа билет та һаҡланған.
Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе ҡарамағында бөйөк рус басына бәйле дүрт йөҙҙән ашыу эскпонат һаҡлана. Уларҙың барыһын да бер урында туплап халыҡ иғтибарына тәҡдим итеү - сәнғәткә ғашиҡ берҙәм команданың күптәнге хыялы була. Һәм ниһайәт Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән баш ҡаланың тарихи үҙәгендә буласаҡ музейҙың урыны билдәләнә. Музыка донъяһына сәйәхәт Свердлов урамында урынлашҡан сауҙагәрҙәр Соловьевтар йортонда ойошторола башлаясаҡ. 19 быуат аҙағына ҡараған бина мәҙәни мираҫ объекты һанала.
Тиҙҙән был буш бүлмәләр экспонаттар менән байытылып, Федор Шаляпиндың Өфөгә килгән мәлен, бында йәшәгән осорон, сәхнәләге уңышлы дебютын яҡтырта. Шулай уҡ музей концепцияһына ярашлы, «Донъя кимәлендә танылыу алыуға арналған зал» опера театры киңлегенә әйләнергә тейеш. Ғөмүмән, экскурсияға килеүселәр үҙҙәрен интерактив спектаклгә эләккәндәй хис итәсәк. Башҡортостанда сәнғәт үҫеше тураһында айырым зал булдырыла. Музыка музейын ойоштороуға республика ҡаҙнаһынан ҙур сумма бүленгән.
Федор Шаляпин исемендәге музыка музейында 19-20-cе быуаттарҙа Өфөлә мәҙәниәт үҫеше, билдәле музыканттары менән танышып буласаҡ. Башҡорт опера мәктәбе формалашыуға айырым иғтибар йүнәлтелә.
Өфө - бөйөк рус опера йырсыһының сәхнә дебюты ҡалаһы. Тотош донъя сәнғәтенә йоғонто яһаған арҙаҡлы шәхестең исемен мәңгелләштереү буйынса күләмле проект ниһайәт тормошҡа ашырыла башланы. Музыка музейы киләһе йыл майҙа үҙ ишектәрен аса.
Гөлназ Хәйбуллина



