Рәсәй халҡы актер, рәссам һәм рок-легенда Виктор Цойҙы хәтергә ала

Бөгөн уның вафатына 33 йыл. Виктор Цой 1990 йылдың 15 авгусында Рига ҡалаһы янында юл ҡазаһында һәләк була. Виктор Цой 1962 йылда Ленинградта тыуа. Үҫмер сағынан “Алтынсы палата” төркөмөндә уйнай башлай. 1981 йылда “Кино” төркөмө ойошторола. Цой уның лидеры булып китә. “Виктор Цой ҡабатланмаҫ башҡарыусы”, - ти уның ижадын яратыусылар.

Рәсәй халҡы актер, рәссам һәм рок-легенда Виктор Цойҙы хәтергә ала

Бөгөн Рәсәй ҡалаларында Виктор Цойға бағышланған саралар үтә. Йырсыны Өфөлә  лә  иҫкә  алалар.   Киске алтыла  "Башҡортостан" лайф-стайл  үҙәге  янындағы  майҙанда  концерт башлана.  Артистар  Виктор  Цойҙың йырҙарын башҡара. 

Фото №1 - Рәсәй халҡы актер, рәссам һәм рок-легенда Виктор Цойҙы хәтергә ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ