Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, продукцияла киҙеү вирусы табылмаған. Йомортҡаны һатыу тыйылмаған. Өфө районында карантин иғлан ителде. Авдон ауылындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе асыҡланды. Ауырыу ҡоштар юҡ ителә.Башҡаларына прививка эшләнә. Эргә-тирәләге ауылдарҙа ла хәүефһеҙлек саралары күрелә.







