Өфөлә сауҙа өсөн яңы урындар булдырылды. Улар Әй һәм Менделеев урамдарында урынлашҡан. Республика башлығы ҡушыуы буйынса махсус сауҙа майҙансыҡтарында урын өсөн түләргә кәрәкмәй. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, уларҙа йыш ҡына даими нигеҙҙә сауҙа менән шөғөлләнеүселәрҙе күрергә була, баҡсасыларҙы хөрмәт итергә кәрәк, урындарын биләргә ярамай. Быйыл Башҡортостанда баҡсасылар өсөн 3 мең 600-ҙән ашыу сауҙа урыны булдырылды.







