Республикала пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү дирекцияһы булдырыла

Бөгөн Башҡортостан Башлығы хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. “Пилотһыҙ авиация айырым тема, ул ил иҡтисадының киләсәге”, - тине Радий Хәбиров.

Республикала пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү дирекцияһы булдырыла

Башҡортостан командаһы пилотһыҙ осош авиацияһы Бөтә Рәсәй форумында призлы урындар яуланы. “Архипелаг 2023” профессионалдар йыйыны 27 июлдән 7 августҡа тиклем  Новосибирск ҡалаһында үтте. Республика вәкилдәре бер нисә категория буйынса иң яҡшыһы тип табылды. Бөгөн оператив кәңәшмә барышында командаға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Фото №1 - Республикала пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү дирекцияһы булдырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ