Республика Милли архивында ошондай исем менән күргәҙмә асылды. Уның нигеҙенә ойошма фондындағы һәм Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге документтары алынған. Экспозицияларҙа 19-сы быуат урталарында асылған ҡортсолоҡ заводы эшмәкәрлеге, белгестәрҙе уҡытыу буйынса мәғлүмәт тупланған, ти Милли архив директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов.
Күргәҙмә 5 октябргә тиклем эшләй.







