Кисә Махачкалала яғыулыҡ ҡойоу станцияһында шартлау булған. 102 кеше зыян күргән, уларҙың егерме етеһенең ғүмере өҙөлгән. «Туғандаш Дағстан халҡына оло бәлә килде. Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Зыян күргәндәрҙең ғаиләләрен Башҡортостанға саҡырам. Уларға медицина һәм шифахана ярҙамы күрһәтеләсәк», - тип белдергән Радий Хәбиров. Республика етәксеһе тейешле хеҙмәттәргә бөтә автозаправкалау станцияларын тикшерергә ҡушты. Белгестәр унда хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен һәм яғыулыҡ һаҡлау шарттарын ҡараясаҡ. 15 август Дағстанда матәм көнө тип иғлан ителде.






