Андрей Назаров Ҡаҙағстанға эш сәфәре барышында Алексей Бородавкин менән осрашты

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Алексей Бородавкин менән осрашты. Республика делегацияһы әле унда эш сәфәре менән. Ике республика төрлө өлкәлә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Импорт һәм экспорт машиналар эшләү, химия сәнәғәте, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм минераль ашламалар өлкәһендә алып барыла. Тура авиасәфәрҙәр һанын арттырыу, нефть газ сәнәғәте өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыу пландары бар.

Әле шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәрен артабан камиллаштырыу йәһәтенән геомәғлүмәт системаларын индереү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте булдырыу ҡарала. Алексей Бородавкин билдәләүенсә, Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында эшлекле мөнәсәбәттәр эҙмә-эҙлекле үҫеш юлында. Уларҙы нығытыуға Башҡортостан да тос өлөш индерә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ