Республика биләмәһендә һуңғы тәүлектә өс урман янғыны теркәлгән

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Ишембай районындағы участкала ут һүндерелгән. Янғынға ҡаршы көрәшкә 13 хеҙмәткәр һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән. Ғафури һәм Йылайыр райондарындағы урман янғыны туҡтатылған, әммә биләмә белгестәр контролендә ҡала. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ауылдарға хәүеф янамай. Янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленән алып республикала 147 тәбиғәт янғыны теркәлгән. 3400 гектар майҙан зыян күргән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ