Яңы уҡыу йылы алдынан Өфөгә Рәсәй төбәктәренең мәғариф министрҙары йыйылды

Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе быйыл Башҡортостанда уҙғарыла. Яңы уҡыу йылына план төҙөү, бурыстарҙы билдәләү, алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу маҡсатында уҙғарылған күсмә ултырыш программаһы Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт педагогия университетынан башланды. Сара сиктәрендә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәләре советтары рәйестәре өсөн Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтте.

Был технопаркта мәктәп уҡыусылар шөғөлләнә. Кванториум -өҫтәмә белем биреүҙең яңы форматы, унда 10дан алып -18 йәшкәсә балалар белемен камиллаштыра. Был майҙансыҡтар мәҡтәп уҡыусылары өсөн алдынғы инженер йүнәлештәрен үҙләштеү маҡсатында бушлай эшләй. Рәсәй төбәктәре министрҙары бер нисә төркөмгә бүленеп, юғары уҡыу йорто эшмәкәрлеге менән танышты.

Юғары уҡыу йортонда мәктәп балалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһен күрәбеҙ, тимәк, киләсәктә урында кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тормаясаҡ. Матур йолаға әүерелгән кәңәшмәлә һәр төбәк уңышлы тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Наталья Салогубова, Воронеж өлкәһенең мәғариф департаменты етәксеһе

Сара сиктәрендә «Беренселәр хәрәкәте» балалар һәм үҫмерҙәр бөтә Рәсәй ойошмаһы юғары уҡыу йорто менән берлектә ойошторған лагерҙы ябыу тантанаһы үтте. «Университет сменаһы»нда 100-гә яҡын иң әүҙем уҡыусы йыйылған, 14 йәштән -17 йәшкәсә балалар өсөн Аҡмулла университеты сағыу, бай мәғариф һәм ял программаһын әҙерләгән. Уҡыусылар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, интерактив дәрестәр, тренингтар, ижади саралар ойошторолған.

10 көн эсендә шәп шарттарҙа йәшәнек, республиканың мәҙәниәте менән яҡындан таныштыҡ. Оҫталыҡ дәрестәре, тренингтарҙа ҡатнаштыҡ. Киләсәктә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡыусыһы булырға теләйем.

Дарья Цыганкова, йәйге лагерҙа ҡатнашыусы, Ырымбур ҡалаһы

Рәсәй төбәктәренең мәғариф министрҙарының бөтә Рәсәй Рәсәй кәңәшмәһенең төп өлөшө 16 августҡа билдәләнгән, Өфөгә илдең мәғариф министры Сергей Кравцовтың килеүе көтөлә.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ