Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов Өфөлә. Бөгөн ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән берлектә баш ҡаланың Совет майҙанындағы Миңлеғәли Шайморатов һәм 112-се башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскәләр һалды. Федераль министрлыҡ етәксеһенә экскурсия барышында һәйкәл һәм республика тарихы тураһында мәғлүмәтте бик ҡыҙыҡһынып тыңланы.






