Өфө фән һәм технологиялар университетының 9-сы ятаҡханаһы капиталь ремонттан һуң, үҙ ишектәрен аса. Яңы уҡыу йылында төҙөкләндерелгән бүлмәләрҙә 360 студент йәшәйәсәк. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Яҡын арала студенттарҙы ҡабул итәсәк ятаҡхана тәртипкә килтерелә, төҙөлөш сүп-сарынан таҙартыла. 334 койка-урынға иҫәпләнгән 9-сы ятаҡхана фатир тибындағы итеп үҙгәртеп ҡоролған. Бүлмәләр 2-3 кешегә иҫәпләнгән. Капиталь ремонттан һуң файҙаланыуға тапшырылған бинаны юғары уҡыу йорто ректоры ҡарап сыҡты. Вадим Захаров дөйөм ятаҡ тормошо менән яҡын таныш. Уның һүҙҙәренсә, студенттарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу - көнүҙәк һорау булып тора.
Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттар ҡаласығында йыл һайын ниндәй ҙә булһа ремонт, төҙөкләндереү эше ҡайнай. Әгәр былтыр 1-се дөйөм ятаҡ яңырыуҙан һуң сафҡа инһә, быйыл - 9-сыһы. Бында һәр квадрат метр ҡәҙерле, шуға күрә кәрәкмәгән әйбер менән тултырылған келәттәр һүтелгән. Хәҙер уларҙың урынында душ урынлашҡан. Ике бүлмәгә бер санузел һәм кухня тура килә.
Былтыр көҙ башланған капиталь ремонтта университет студенттары ла ярҙамлашҡан. Әйткәндәй, юғары уҡыу йортоноң мебель эшләү лабораторияһы бүлмәләрҙе карауат, өҫтәл, ултырғыстар һәм шкаф менән йыһазландырған. Йәмғеһе, яңырыу кисергән ятаҡхана өсөн 600 мебель комплекты әҙерләнгән.
Өфө фән һәм технологиялар университетының ике студенттар ҡаласығы 5 мең 600 кешене һыйҙыра. Ситтән килеп белем алыусылар өсөн яңы уҡыу йылына 2 меңгә яҡын койка-урын әҙерләнгән. Уларҙың 870-е сит ил студенттары, 50 урын вузға һынауҙарҙан тыш уҡырға инеүселәр һәм 70 урын төрлө льготаларға эйә булғандар өсөн тәғәйенләгән.
Әлфинә Килдейәрова






