Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автомобиль урлауысыны трассала ҡыуып тотто

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автомобиль урлауысыны трассала ҡыуып тотто

Дәүләкән районында йәшәүсе ир 11-се модель ВАЗ автомобиле юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр иткән. Йорт янында торған машинаны төндә урлағандар. Дәүләт автоинспекторҙары «Паутина» системаһы ярҙамында техниканың Ауырғазы районында хәрәкәт иткәнен асыҡлай. Енәйәттә ғәйепләнеүсене Юл-патруль хеҙмәте иртән трассала ҡыуып тота. Руль артында 46 йәшлек иҫерек ир ултырыуы асыҡлана. Автомобилдең артҡы тәҙрәһе һәм ҡабыҙыу асҡысы ватылған була. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ