«Салауат Юлаев» хоккей клубы һөжүмсеһе 21 йәшлек Родион Әмиров вафат булған

2022 йылдың февралендә хоккейсының баш мейеһендә яман шеш табылыуы билдәле була. Родион Әмиров «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе, 2019-2020 йылдарҙағы дебют миҙгелендә 21 матчта уйнап, 2 мәрәй йыйғайны. 2021 йылдың апрелендә Канаданың «Торонто Мэйпл Лифс» командаһы менән өс йыллыҡ контракт төҙөгәйне. «Салауат Юлаев» хоккей клубы хәбәр итеүенсә, спортсы менән хушлашыу «Өфө-Арена»ла үтәсәк. Хушлашыу датаһы һәм ваҡыты һуңғараҡ хәбәр ителәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ