Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Астана ҡалаһында Ҡаҙағстан хөкүмәте рәйесе менән осрашты

Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Астана ҡалаһында Ҡаҙағстан хөкүмәте рәйесе Алихан Исмаилов менән осрашты. Һуңғы йылдарҙа ике аралағы тауар әййләнеше 10 процентҡа артҡан.

Быйыл үҫеш 4 проценттан ашыу. Сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек ике яҡты ла ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан вәкилдәре Ҡаҙағстандың тау сәнәғәте өлкәһендә эшләгән компанияларының береһе менән һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Әңгәмә барышында Сибай тау-байыҡтырыу комбинатына инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге ҡаралды. Ҡаҙағстанда шулай уҡ «Башҡортостан оҙон ғүмерелелеге» проекты ҡыҙыҡһыныу уятты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ