Башҡортостандың сигелгән картаһы тәүге тапҡыр республиканан ситкә сығарылып, Чебоксар ҡалаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй фестивале ҡунаҡтарына тәҡдим ителәсәк.
17 август Сыуаш республикаһында «Сигелгән Рәсәй» исемле күләмле фестиваль үтә. Ул илдең иң шәп ҡул оҫталарын берләштерә. Сарала һәр төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан да үҙҙәренә генә хас орнаменттар менән сигелгән карталарын тәҡдим итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың сигелгән картаһы тәүге тапҡыр Өфөлә үткән «Китап байрамында» киң тамашасыға күрһәтелгәне. Уның өҫтөндә 28 оҫта эшләгән.






